Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2022, 14:23

Агитбригада Һарытауҙа сығыш яһаны!

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары Һарытауҙа әҙерлек үткән яҡташтарыбыҙға барҙы.

Агитбригада Һарытауҙа сығыш яһаны!
Агитбригада Һарытауҙа сығыш яһаны!

 Башҡортостан Башлығы исеменән һалдаттарҙы БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин сәләмләне.

- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ҡәҙерле атай-әсәйҙәрегеҙ, яҡындарығыҙ исеменән сәләмләйем һәм Республика көнө менән ҡотлайым. Башҡортостан һәр саҡ геройҙар Ватаны булды һәм булып ҡаласаҡ. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән Башҡортостан егеттәре алғы һыҙыҡта көрәшә. Беҙ улар менән даими бәйләнештә торабыҙ. Оборона министрлығы, Росгвардия хәрбиҙәре, М. Шайморатов һәм А. Доставалов исемендәге батальон һалдаттары, "Барс" ирекле отряды һәм башҡа ирекмәндәр үҙенең хәрби бурысын үтәй, - тине Айрат Рәхмәтуллин.

Стәрлетамаҡ филармонияһы һалдаттарға "Песни нашей памяти" концерт программаһын тәҡдим итте.

 

Агитбригада Һарытауҙа сығыш яһаны!
Агитбригада Һарытауҙа сығыш яһаны!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: