Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь 2022, 15:55

Законһыҙ рәүештә өлөшләтә мобилизацияға саҡырҙылармы?

"Дәүләт хеҙмәттәре" порталы ярҙамға килә.

Башҡортостан халҡы өлөшләтә мобилизация буйынса закон боҙоу осраҡтарын "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында теркәргә йә ошонда уҡ ирекмәндәр иҫәбенә яҙылырға мөмкин. 

"Дәүләт хеҙмәттәре" порталында "Ирекмән булырға" тигән сервис эшләй башланы. Был махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн. Шулай уҡ законһыҙ рәүештә мобилизацияға саҡырһалар, "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына повестка һәм "отсрочка" документтарын ебәрергә кәрәк.

Өлөшләтә мобилизация буйынса ялыуҙар һәм мөрәжәғәттәр РФ Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәргән кәңәшмәлә ҡаралды. Унда ил министрлыҡтары етәкселәре, төбәк башлыҡтары ҡатнашты.

"Ялыуҙар ҡыҫҡа ваҡытта ҡаралырға һәм хәл ителергә тейеш, – тине Дмитрий Чернышенко. – Һәр мөрәжәғәтте айырым шәхсән ҡарарға кәрәк. Коллегалар, быны ҡәтғи тикшерәсәкбеҙ".

Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мобилизация штабы ултырышында бөтә мөрәжәғәттәрҙе эшкә алырға, мобилизацияланғандарҙың ғаиләһенә ярҙам итергә ҡушҡайны.

Файҙалы һылтанмалар:

- сайт Министерства обороны России: https://mil.ru/

- горячая линия Минобороны России, тел.: 8 (800) 100-77-07
- ресурсы «Объясняем.РФ», «Объясняем. Башкортостан», https://vk.com/obyasnyaem , https://vk.com/obyasnyaem102
- чат-бот по частичной мобилизации, разработанный ЦУР Башкортостана совместно военкоматом Республики Башкортостан: https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot
- Ситуационный центр Республики Башкортостан: 8(347) 218-19-19 или 122, доб. 1
- Волонтерский штаб им. Минигали Шаймуратова для помощи семьям мобилизованных и добровольцев: 8-800-201-89-03

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: