Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь 2022, 14:53

Янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле һөҙөмтәләрен барланылар

Утлы фажиғәләрҙә 161 кешенең ғүмере өҙөлгән. 

Янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле һөҙөмтәләрен барланылар
Янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле һөҙөмтәләрен барланылар

Башҡортостанда быйылғы миҙгелдә 8895 (былтыр - 9037, 1,5 процентҡа кәмерәк) янғын осрағы теркәлгән. Утлы фажиғәләрҙә 161 кешенең ғүмере өҙөлгән. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре ҡаралды.

«Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамалдар менән йыһазландырыу программаһы республикала һәләк булыусылар һаны кәметергә булышлыҡ итте. 745 кеше ҡотҡарылған, шула иҫәптән 280 бала. Был программа буйынса Башҡортостан Рәсәй иң алдынғы төбәктәр иҫәбендә», - тине РФ Ғәҙәттән хәлдәр министрлығының Башҡорт буйынса баш идаралығы начальнигы Эдуард Иҙрисов.

Быйыл дөйөм 948 гектар майҙанда 737 урман янғын теркәлгән.

«Янғындар һаны өс тапҡырға, майҙаны 20 тапҡырға кәмене. Уттың тораҡ пункттарға һәм иҡтисад объекттарына күсеүе теркәлмәне. Янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерлекте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының үҙәк аппараты юғары баһаланы», - тине ул.

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в