Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь , 12:46

Уңышты йыйыу бер, уны эшкәртергә лә кәрәк

Башҡортостанда быйыл йыйып алынған 5 миллионлыҡ рекордлы уңыш бик күп мәсьәләләрҙе асыҡлаған.

Уңышты йыйыу бер, уны эшкәртергә лә кәрәк
Уңышты йыйыу бер, уны эшкәртергә лә кәрәк

Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

“4 миллион тонна – беҙҙең өсөн ғәҙәти тарих. Ә 5 миллион тонна иген – быйыл беҙҙең аграрийҙар алған уңыш. Бындай уңыш 1986 йылдан бирле булмаған. Шуға ынтылырға кәрәк. Әммә ҙур уңыш тармаҡтағы бик күп проблеманы асыҡланы. Хәҙер уны ҡайҙалыр эшкәртергә, һаҡларға, киптерергә кәрәк бит. Киләһе уңышҡа тиклем ни эшләргә кәрәклеге билдәле”, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, беҙҙең аграрийҙар 6 миллион тонна иген йыйырға ла мөмкин, артабан шуға ынтылырға кәрәк.

“Әлбиттә, бындай һөҙөмтәгә өлгәшергә һауа торошо ярҙам итте – йәйҙең тәүге яртыһы иген һәм ҡуҙаҡлыларҙы үҫтереүгә бик уңай булды. Әммә был ғына түгел. Һуңғы йылдарҙа беҙ ауыл хужалығын әүҙем үҫтерәбеҙ. Ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртабыҙ – һуңғы өс йылда аграрийҙар биш миллиард һумлыҡ субсидия алды. Беҙ шулай уҡ элиталы орлоҡ материалы һәм минераль ашламалар алыуға компенсация биреүҙе дауам итәбеҙ. Мин иртә таңдан төнгә тиклем баҫыуҙа тир түккән эшселәргә рәхмәтемде белдерәм”.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в