Быйыл тайыштабандар ҡалаға инеүгә лә күп һорамай. Ошо көндәрҙә Белорет ҡалаһының "Лесовик" баҡсасылар ширҡәтендә айыу бер ихаталағы емеш-еләкте ашап, алмағасты ҡолатып сығып киткән. Баҡса хужаһы ҡот осоп Белорет районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Хакимиәт вәкилдәре һүҙҙәренсә, быйыл районда айыуҙар үтә күп, йыртҡыстар райондың Үҙәнбаш ауылында көтөүлеккә һөжүм иткән.
Үҙәнбаш ауылындағы хәлде асыҡлау өсөн ауыл старостаһы Ғәзинур Ҡыуандыҡовҡа шылтыраттыҡ, бына нимә һөйләне ул беҙгә:
"Ысынлап та, беҙҙә ундай хәл сентябрь айында булды. Айыу ауылдың зыяраты эргәһендә өс һыйырҙы һуҡты. Берәүһен ашай башлаған. Ҡалған ике малҡай йортона ҡайтып килгән, берәүһенең яраһы ныҡ тәрән ине, хужалары һуйып алды. Экология министрлығынан һунарсыларҙы ебәрҙеләр. Тик улар айыуҙы тота алманы”.
Белорет районы хакимиәте урындағы һунарсыларға мөрәжәғәт иткән – БР Экология министрлығынан айыуҙарҙың һанын көйләү өсөн рөхсәт алынған.
Шулай уҡ быйыл айыуҙың малға һөжүм итеү осраҡтары Баймаҡ районында ла теркәлгән.
"Һуғымға тигән үгеҙемде тамаҡлап китте. Минекен генә түгел, күп кешеләрҙекен, күрше ауылдарҙа ла шул уҡ хәл, айыу күп", - тип яҙҙы телеграм-каналыбыҙҙа Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан Мөнир Дәүләткилдин.