Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь , 16:27

Сентябрҙә йылылыҡ өсөн тулы ай өсөн түләйбеҙ!

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ентекләп аңлаттылар.

Сентябрҙә йылылыҡ өсөн тулы ай өсөн түләйбеҙ!
Сентябрҙә йылылыҡ өсөн тулы ай өсөн түләйбеҙ!

Башҡортостандың күп район-ҡалаһында 26 сентябрь йылылыҡ миҙгеле башланды. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡҡа сентябрь өсөн тулыһынса түләргә тура киләсәк. Рәсәй Хөкүмәтенең 354-се ҡарарына ярашлы, йылы өсөн түләү тулы ай өсөн иҫәпләнә. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская һөйләне

«Халыҡ һораша, йылылыҡ өсөн нисек түләрбеҙ? Сентябрҙә өс көн йылы бирҙеләр. Законға ярашлы, өс көн бирелһә лә, тулы ай өсөн түләйбеҙ. Бының урынына майҙа ай буйы йылылыҡ бирһәләр ҙә, бөтөнләй түләргә кәрәкмәйәсәк. Федераль законда шулай яҙылған», - тине Елена Прочаковская.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в