1. Ҡойолған япраҡтарҙы кисеп йөрөргә, уларҙың ҡыштырлағанын тыңларға.
2. Көҙгө япраҡтарҙан гөлләмә йыйырға.
3. Ямғыр тамсыларының тәҙрә буйлап ағып төшкәнен күҙәтергә.
4. Алма бәлеше бешерергә.
5. Юрған аҫтына йәшенеп, фонарь яҡтыһында тылсымлы әкиәттәр уҡырға.
6. Төрлө формалағы япраҡтар йыйып, аҡбур менән уратып буярға.
7. Япраҡтарға һүрәт төшөрөргә, бер-берегеҙгә хат яҙырға.
8. Япраҡтарҙы төрлө төҫтәргә гуашь йә акварель менән буяп, ҡағыҙҙа эҙҙәр эшләргә.
9. Япраҡтарҙы ҡосаҡҡа тултырырға ла өҫкә ырғытып япраҡ ямғырында ҡойонорға.
10. Көҙгө урманда ғаилә фотосессияһы ойошторорға.
11. Пластилиндан йә ҡәләмдәр менән көҙгө ағас һүрәтен йәки пейзаж төшөрөргә.
12. Аҡбур менән еүеш асфальтта рәсемдәр яһарға.
13. Ҡойма ямғырҙан һуң тышҡа сығып күләүектәрҙә ҡағыҙ караптар йөҙҙөрөргә.
14. Көҙҙөң тәбиғәтте үҙгәртеүен күҙәтергә, фотоға төшөрөргә, көндәлек башлап, яҙып барырға.
15. Еүеш асфальтҡа һабын ҡыуыҡтарын өрөргә.
16. Ҡурсаҡ театрына барырға.
17. Ямғырҙы матур итеп фотоға төшөрөргә. Йәки "ямғыр башлана", "ҡойма ямғыр", "ямғыр туҡтаны", "йәйғор сыҡты" темаларына фоторепортаж.
18. Япраҡтарҙы скотч менән ламинациялап, һыуытҡысҡа магниттар эшләргә.
19. Ҡоштар өсөн тағараҡтар эшләп, ағастарға элергә.
20. Ишек алдында ҡойолған япраҡтарҙан, мәҫәлән, яһалма ағас эшләргә.
21. Урам буйлап ашыҡмай йәйәү йөрөп килергә.
22. Япраҡтарҙан гербарий эшләргә.
23. Паркка йә урманға көҙгө тәбиғәтте өйрәнергә сығырға.
24. Япраҡтарҙан витраж эшләргә.
25. Көҙгө яланға сығып, майикмәкләп какао эсергә.
26. Өйҙә "Табылдыҡ" (тышҡа сыҡҡанда табыласаҡ әйберҙәр теҙмәһен) дәфтәрен эшләргә, урамға сыҡҡас табылғанды билдәләп барырға. Мәҫәлән, А хәрефен (шул хәреф формаһында бағана), ҡыҙыл итектәр (урамда осраған берәйһендә ҡыҙыл итек күрҙегеҙ - билдәләйһегеҙ), йәшел машина һәм башҡалар.
27. Йәшелсәләрҙән декоратив кәрзин йә ташҡабаҡ, көнбағыш орлоҡтарынан панно эшләргә. Уны балалар баҡсаһына "Көҙгө ҡул эштәре" конкурсына алып барырға ла мөмкин.
28. Бүлмәне йә өйҙө көҙгө гирляндалар менән биҙәргә.
29. Балаларға көҙгө япраҡтарҙа ятып тәгәрәргә рөхсәт итергә.
30. Алма йәки картуфтан штамп эшләргә.
31. Йондоҙҙарҙы күҙәтергә.
32. Япраҡтар формаһында печеньелар бешерергә.
33. Журналдарҙан ҡырҡып көҙгө коллаж эшләргә.
34. Тәҙрәләрҙе көҙ стилендә биҙәп ҡуйырға.
35. Саф һауала йөрөгәндә көҙгө әкиәт уйлап сығарырға.
36. Ағастарҙы һелкетеп япраҡ ямғыры аҫтында торорға.
37. Көҙгө биҙәүестәр эшләргә өйрәнергә. Мәҫәлән, көҙгө япраҡтарҙан - таж, миләш емештәренән - муйынсаҡ.
38. Саф һауала йөрөгәндә "һунар" ойошторорға. Мәҫәлән, фотоаппарат менән: осраған бесәйҙәрҙе фотоға төшөрөргә. Йәки кем күберәк йәшел (һары, ҡыҙыл) япраҡ (сәскә, ағас) таба.
Һеҙгә балалар менән яҡты, йылы төҫтәргә бай көҙ һәм яҡшы кәйеф теләйбеҙ!