Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь , 13:31

Агитбригадалар сығыш яһай башланы

Иртәгә артистар Республика көнө уңайынан яҡташтарыбыҙ хәрби әҙерлек үткән урындарҙа концерт ҡуясаҡ.

Агитбригадалар сығыш яһай башланы
Агитбригадалар сығыш яһай башланы

Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе.

"Беҙҙең тарафтан булдырылған артистар агитбригадалары хәрби уҡыуҙар үткәрелгән урындарҙа сығыш яһай, ә 11 октябрҙә Республика көнө уңайынан 5 ҡалала концерттар уҙасаҡ. 26 сентябрҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле 83-сө ижад миҙгелен Луганск ҡалаһында асты".

Шулай уҡ мәҙәниәт министры республикабыҙ артистарының гастролдәре тураһында һөйләне.

"Былтыр Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәйҙең 50 ҡалаһында һәм 5 сит илдә сығыш яһаны. Быйыл Рәсәйҙең биш төбәгендә гастроль турҙары үтте. Шулай уҡ ансамбль Белоруссияла “Славян баҙары” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты.

2022 йылдың апрелендә Өфөлә “Донбасс” Дәүләт йыр һәм бейеү академия һәм Ф.Ғәскәров ансамблдәре берлегендә дөйөм концерт үтте. 

Шулай уҡ йыл аҙағына тиклем баш ҡалабыҙҙа Донецк дәүләт опера һәм балет театрының  сығыштары көтөлә".

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в