+22 °С
Ямғыр


Бөгөн ЦУР-ҙа Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насырова Ҡазанда хәрби әҙерлек үткән яҡташтарының хәле тураһында һөйләне.
«Әле унда Иглин һәм Нуриман райондары егеттәре әҙерлек үтә. Беҙҙең ике муниципалитетҡа бер хәрби комиссариат, Нуриман районы етәксеһе Вилдан Ситдиҡов менән бергә бөтәһен дә ойошторҙоҡ, егеттәрҙең ата-әсәләре һәм яҡындары ебәргән посылкаларҙы контролләнек. Ҡайһы бер әйберҙе эшҡыуарҙар һатып алып бирҙе. Посылкаларҙы хәрби бәрелештәр ветерандарының кәңәштәре буйынса әҙерләнек. Бөтә район халҡы ярҙам итте. Егеттәрҙең рухы күтәренке, хәрби уҡыуҙа барыһы ла яҡшы булыуын еткереп, рәхмәт әйтеп ҡалдылар», — тине Гүзәл Насырова.
Уның һүҙҙәренсә, егеттәрҙе оҙатҡас та районда штаб һәм мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн "ҡыҙыу линия" ойошторолған.