

Азат Бадранов социаль селтәрҙә хәрби әҙерлек үтеүе тураһында һөйләне.
«Росгвардия базаһындағы хәрби әҙерлектән тыш, беҙ отпускыла булған йә яраланып ҡайтҡан тәжрибәле хәрбиҙәрҙән дәрестәр алабыҙ. Видеола шундай осрашыуҙарҙың береһе. Бында штурмовиктар (хәтәр текә егеттәр) үҙҙәренең махсус хәрби операцияла алған тәжрибәһе менән уртаҡлаша».
Азат Бадранов һүҙҙәренсә, мобилизацияға алынған ир-егеттең иң тәүге бурысы ‒ иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу. Шуға күрә бындай осрашыуҙар мөһим, үҙҙәренең белеме менән уртаҡлашҡан тәжрибәле хәрбиҙәр ихтирамға лайыҡ.