Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октябрь 2022, 09:35

Быйыл Башҡортостанда 5 миллион тонна иген йыйғандар

Был хаҡта республика Башлығы социаль селтәрҙә яҙҙы.

Быйыл Башҡортостанда 5 миллион тонна иген йыйғандар
Быйыл Башҡортостанда 5 миллион тонна иген йыйғандар

"Быйыл Башҡортостанда 5 миллион тонна иген йыйҙылар. Биш миллионлыҡты дүртенсе тапҡыр алдыҡ. 1983 йылда – 5 миллион тонна, 1985 йылда – 5,2 миллион тонна, 1986 йылда 5,9 миллион тонна йыялар. Һәм йәнә 1980 йылғы рекорд ҡабатланды.

Ураҡ кампанияһы башында пландарҙы һағыраҡ ҡора инек. Уңыштың шәп булыры билдәле ине, әммә уны үҫтереү генә етмәй, йыйып алырға ла кәрәк. Сентябрь игенселергә еңел бирелмәне, ямғыр туҡтаған арала эшләргә тура килде. Әммә йырып сыҡтылар, афарин!

Әлбиттә, бындай һөҙөмтәгә өлгәшергә һауа торошо ярҙам итте – йәйҙең тәүге яртыһы иген һәм ҡуҙаҡлыларҙы үҫтереүгә бик уңай булды. Әммә был ғына түгел. Һуңғы йылдарҙа беҙ ауыл хужалығын әүҙем үҫтерәбеҙ. Ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртабыҙ – һуңғы өс йылда аграрийҙар биш миллиард һумлыҡ субсидия алды. Беҙ шулай уҡ элиталы орлоҡ материалы һәм минераль ашламалар алыуға компенсация биреүҙе дауам итәбеҙ. 

Мин иртә таңдан төнгә тиклем баҫыуҙа тир түккән эшселәргә рәхмәтемде белдерәм.

Алты миллионлыҡты ла алырбыҙ тип ышанам, шуға ынтыласаҡбыҙ. Беҙ элеваторҙарҙың, келәттәрҙең, иген эшкәртеү комплекстары майҙандарын арттырыуҙы дауам итәсәкбеҙ, әле урын етмәй. Беҙгә иген эшкәртеүҙе тағы ла әүҙемерәк үҫтерергә кәрәк. Был аграрийҙарҙың килемен арттырырға, тышҡы баҙарға сығырға булышлыҡ итәсәк. Ә республика халҡы юғары сифатлы продукция менән тәьмин ителәсәк. Был йүнәлештәрҙә эште әүҙемләштерәбеҙ", – тип яҙған Радий Хәбиров.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: