Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Октябрь 2022, 12:54

"Йорт-монстр" Нефтекама халҡының ҡотон алған

Бында бер ир сәйер йорт төҙөгән.

"Йорт-монстр" Нефтекама халҡының ҡотон алған
"Йорт-монстр" Нефтекама халҡының ҡотон алған

Нефтекамала бер ир ҡул аҫтындағы материалдарҙан уҫлаптай өй һалған. Уны йорт тип атауы ла ауыр, урындағы халҡы юҡҡа ғына "монстр" тип исем бирмәгәндер. Ир иҫке таҡта, тәҙрәләрҙе һәм башҡа ҡыйҙы өйгән дә өйгән. Йорттоң эсенә ҙур йылытма ҡорған.

Күрше-күлән балалары өсөн борсола. Сөнки көслө елдә был йорт осоп китергә һәм эргә-тирәләге кешеләрҙе һәләк итергә мөмкин. Күптәр ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән, әлегә етәкселәр иғтибар бирмәй. Төҙөүсе үҙе йортто хәүефһеҙ тип иҫәпләй. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: