Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Октябрь 2022, 13:26

Һөйгәнем алмай телефонын

Тормошомдоң бөтә мәғәнәһе –Был донъяла һинең булыуың. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Һөйгәнем алмай телефонын
Һөйгәнем алмай телефонын

Тормошомдоң бөтә мәғәнәһе

–Был донъяла һинең булыуың.

Бары шуның менән аңлатамын

Бәхетемдең тулы булыуын.

 

Саф хистәрҙең тәрәнлеге беҙҙә

–Зәңгәр диңгеҙҙәргә, бәлки, тиң

.Бергә саҡта бер ни кәрәк түгел,

Донъялар ҙа иркен, йыһан - киң.

 

Беҙҙе осраштырған һуҡмаҡтарға,

Яҙмышҡа мин сикһеҙ рәхмәтле.

Һинең янда тоям тыныслыҡты,

Һинең яныңда мин бәхетле.

(Г.Вәлиева)

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: