Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Октябрь 2022, 17:25

Өфөгә көньяҡтан ингән урында яңы күпер төҙөләсәк

Ағиҙелдә инженер-геологик тикшеренеүҙәр башланды.

Өфөгә көньяҡтан ингән урында яңы күпер төҙөләсәк
Өфөгә көньяҡтан ингән урында яңы күпер төҙөләсәк

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев баш ҡаланың Кузнецов затонында Ағиҙел йылғаһы аша күпер һалыу өсөн инженер-геологик тикшеренеүҙәр башланыуын хәбәр итте. Был эш "Көньяҡ ҡапҡалар" проектына ярашлы башлҡарыла.

Яңы күпер Өфөгә көньяҡтан инеүҙе уңайлыраҡ итәсәк һәм тәүлегенә 40 мең автомобиль ҡабул итәсәк.    

«Рәсәйҙең баш дәүләт экспертизаһынан хуплау алғас, проект эштәрен 2023 йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ, - тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Ратмир Мәүлиев. - Инженер-геологик тикшеренеүҙәр ерҙә көн һайын үткәрелә, ә һыуҙа күләмле проект тормошҡа ашырылғанда ғына, 10 йылға бер тапҡыр».

 
Өфөгә көньяҡтан ингән урында яңы күпер төҙөләсәк
Өфөгә көньяҡтан ингән урында яңы күпер төҙөләсәк
Өфөгә көньяҡтан ингән урында яңы күпер төҙөләсәк
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: