Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Октябрь 2022, 18:28

Ҡаҙаҡҡолдар ҙа мобилизацияланған ауылдаштары именлегенә ҡорбан салдырҙы

Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында өлөшләтә мобилизация менән хеҙмәткә алынған егеттәргә бағышлап ҡорбан ашы мәжлесе уҙғарылды.

Ҡаҙаҡҡолдар ҙа мобилизацияланған ауылдаштары именлегенә ҡорбан салдырҙы
Ҡаҙаҡҡолдар ҙа мобилизацияланған ауылдаштары именлегенә ҡорбан салдырҙы

"Мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған һәм өлөшләтә мобилизация менән хеҙмәткә алынған егеттәргә бағышлап ҡорбан ашы мәжлесе уҙғарылды.

Вил Әҡсән улы һәм Ләлә Сәғитйән ҡыҙы Лутовтар ҡорбанды Азамат улдарының һәм уның менән бергә хәрби хеҙмәткә алынған Айгиздың, Андрейҙың һаулығына бағышланы.

Ҡөрьән уҡып, салауат әйтеп, изге теләктәребеҙ, уҡыған доғаларыбыҙ ҡабул булһын, илдәребеҙ имен торһон, күктәребеҙ аяҙ булһын, ер йөҙөндә һуғыш афәттәре булмаһын һәм өйҙәренән алыҫта булған егеттәребеҙ йорттарына имен-аман ҡайтһындар, тип теләне ауылдаштар.

Аҡсалата ярҙам иткән,ошо сараны үткәреүҙә ярҙамлашҡан ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ", - хәбәр итә бәләкәй ҡаҙаҡҡолдар социаль селтәрҙә.

Ҡаҙаҡҡолдар ҙа мобилизацияланған ауылдаштары именлегенә ҡорбан салдырҙы
Ҡаҙаҡҡолдар ҙа мобилизацияланған ауылдаштары именлегенә ҡорбан салдырҙы
Ҡаҙаҡҡолдар ҙа мобилизацияланған ауылдаштары именлегенә ҡорбан салдырҙы
Ҡаҙаҡҡолдар ҙа мобилизацияланған ауылдаштары именлегенә ҡорбан салдырҙы
Ҡаҙаҡҡолдар ҙа мобилизацияланған ауылдаштары именлегенә ҡорбан салдырҙы
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: