Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Октябрь 2022, 14:04

Өфө планетарийы ололарға матур бүләк әҙерләгән!

Ул иң яҡшы программаһын пенсионерҙарға бушлай күрһәтә.

Өфө планетарийы ололарға матур бүләк әҙерләгән!
Өфө планетарийы ололарға матур бүләк әҙерләгән!

Планетарий "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһы ярҙамында һәр шишәмбе һәм шаршамбы "Йондоҙло сәғәт" сеансын оло йәштәгеләргә бушлай күрһәтә. Пенсионерҙар өсөн киләһе сеанс 12 октябрҙә көндөҙгө сәғәт өстә үтәсәк. Ҡунаҡтарға иң яҡшы программаларҙың береһе "Ҡояш системаһы буйлап сәйәхәт" күрһәтеләсәк.

Акцияла ҡатнашыу өсөн "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" порталында алдан яҙылырға кәрәк.

3 октябрҙән телефондан шылтыратып яҙылырға мөмкин буласаҡ: (347) 244-72-06, 235-70-23.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: