Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Октябрь 2022, 21:15

"Беҙҙе ошо йыр һүҙҙәре берләштерә"

Бөгөн Радий Хәбиров район етәкселәре менән хәрбиҙәр тупланған биш урынға барған.   

"Беҙҙе ошо йыр һүҙҙәре берләштерә"
"Беҙҙе ошо йыр һүҙҙәре берләштерә"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Һарытау өлкәһенә һалдаттарыбыҙ янына барыуы хаҡында яҙғайныҡ. Уның менән бергә эш сәфәрендә БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Туймазы, Бәләбәй һәм Шаран район-ҡалалары башлыҡтары булды. 

«Беҙ аҙыҡ-түлек, гигиена саралары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым алып килдек. Артабан минең кәңәшселәрем кәрәкле әйберҙәрҙең исемлеген төҙөйәсәк. Һеҙ хәрби әҙерлекте уңышлы үтһен өсөн бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итергә тырышасаҡбыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Башҡа Хөкүмәт вәкилдәре Пенза, Ҡазан, Йылан ҡалаларындағы хәрби частарға юлланды. Осрашыуҙа Сибай егеттәре йәнә "Шайморатов Генерал" йыры менән сығыш яһаған. Видеояҙма менән БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин уртаҡлашты. "Хәрби әҙерлек урынында беҙҙе ошо йыр һүҙҙәре берләштерә", - тип яҙған ул.

"Беҙҙе ошо йыр һүҙҙәре берләштерә"
"Беҙҙе ошо йыр һүҙҙәре берләштерә"
"Беҙҙе ошо йыр һүҙҙәре берләштерә"
"Беҙҙе ошо йыр һүҙҙәре берләштерә"
"Беҙҙе ошо йыр һүҙҙәре берләштерә"
"Беҙҙе ошо йыр һүҙҙәре берләштерә"
"Беҙҙе ошо йыр һүҙҙәре берләштерә"
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: