

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Алексей Херсонцев VI "Минең документтарым" Бөтә Рәсәй күп функциялы үҙәктәре форумына килгәйне. Ул республикабыҙҙың үҙәк МФЦ-һында «Инвестор тәҙрәһе» проектына старт бирҙе. Был - юридик шәхестәргә комплекслы ярҙам күрһәтеү өсөн махсус тәҙрә.
Бында потенциаль инвесторҙарға бер сиратһыҙ юридик шәхесте теркәү, ер участкаһын ҡуртымға алыу, объектҡа газ үткәреүгә ғариза биреү һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтелә.
"Инвесторға властар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе ябайлаштырыу маҡсатында МФЦ "Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы" акционер йәмғиәте менән килешеү төҙөнө. Был корпорация һәм МФЦ белгестәренә инвесторға инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙың барлыҡ этабында ярҙам итергә мөмкинлек бирә", - тине Башҡортостан МФЦ-һы директоры Наталья Куприянова.