Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Октябрь 2022, 11:22

1 октябрь — Балет көнө

Бале́т (франц. ballet, итал. ballo — бейейем) — музыкаль-хореографик образдарҙы берләштереүсе сәхнә сәнғәте төрө. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

1 октябрь — Балет көнө1 октябрь — Балет көнө
1 октябрь — Балет көнө

Башҡортостан балеты 1938 йылдан башҡорт балет мәктәбе, милли репертуар булдырыуҙан башлана. Башҡортостан балеты ойошоу, үҙ балет мәктәбен булдырыу, милли балет спектаклдәре ҡуйыу, балет сәнғәтенең күренекле оҫталары, шул иҫәптән хореограф Юрий Григорович менән хеҙмәттәшлек итеү осорҙарын үтә.

Башҡортостан балеты башҡорттарҙың бейеү мәҙәниәтен үҙенә һеңдерә, яңы образдар, формалар менән байый. Башҡорттарҙың хеҙмәт менән ассоциацияланған бик күп хәрәкәттәре, халыҡ хореографияһының традицион элементтары булараҡ башҡорт бейеүҙәрендә файҙаланыла. Халыҡ бейеүҙәренең тотороҡло һығылмалылыҡ деталдәре булараҡ, был хәрәкәттәр башҡарыу манераһы менән берлектә башҡорт бейеүенәң ҡабатланмаҫ лексикаһын тәшкил итә.

Башҡортостандың балет сәнғәтендә тупланған ижади тәжрибә уның оҫталарына РәсәйФранцияАҠШ балет сәнғәтен үҫтереү, АҠШ-та балет театры һәм йәш американдарҙы Рәсәй методикаһы нигеҙендә балетҡа өйрәтеү мәктәбе асырға ярҙам итә.

 

"Башҡорт Википедия"һы.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас