Министр урынбаҫары Өфөгә Бөтә Рәсәй Күп функциялы үҙәктәр форумына килгән. Ул ЦУР-ҙың блоктары менән танышты. Башҡортостан Башлығының социаль коммуикациялар идаралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Черенков уға интернетта халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эш итеү тураһында һөйләне.
Һуңынан сарала ҡатнашыусылар Башҡортостан күп функциялы үҙәктәре етәкселәре менән видеоконференцияға юлланды. Андрей Назаров һәм Алексей Херсонцев белгестәр менән аралашты, уларҙан Росреестр һәм МФЦ араһындағы электрон документтар әйләнешенең уңайлыҡтары тураһында һорашты.
Андрей Назаров әйтеүенсә, беҙҙә уңайлы һанлы киләсәк төҙөлә, ә МФЦ хеҙмәткәрҙәре был мөһим эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Үҙәктәр халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙа ҙур роль уйнай.
– МФЦ хеҙмәткәрҙәре граждандар менән эшләү буйынса һәр саҡ алдынғы. Халыҡта һеҙҙең йылмайыуҙарығыҙҙан һәм һөнәри оҫталығығыҙҙҙан республика, ил властары тураһында фекер тыуа. Кешеләргә һәр саҡ иғтибарлы булып ҡалыуығыҙҙы теләйем. Беҙ һеҙҙең менән илдәге иң яҡшы республиканы төҙөйбөҙ, – тине Премьер-министр.
Алексей Херсонцев Башҡортостан күп функциялы үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Ул Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтеп, уңыштар теләне.