Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2022, 11:31

"Ағиҙел" бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй!

"Ағиҙел"ебеҙ үҙәндәрен үҙгәртмәй аҡһын, мул һыулы булып ҡалһын!

"Ағиҙел" бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй!"Ағиҙел" бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй!
"Ағиҙел" бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй!

"Ағиҙел" әҙәби журналының бер быуатлыҡ юбилейы яҡынлаша. Тейешле указға 23 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Ойоштороу комитеты 2022 йылдың 1 декабренә тиклем сараларҙы үткәреү һәм уларға әҙерлек планын төҙөргә бурыслы. Сығымдар республика бюджеты иҫәбенә ҡапланасаҡ.

"Ниндәй генә ҡатмарлы осор кисерһәк тә, тормош дауам итә. Бөгөн һөйөнөслө хәбәр алдыҡ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров "Ағиҙел" журналының 100 йыллығына арналған сараларҙы әҙерләү һәм уҙғарыу хаҡындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйған.

"Ағиҙел" - Рәсәйҙәге иң оҙон ғүмерле, бай тарихлы әҙәби журналдарҙың береһе. Баҫмабыҙ үҙенең ватансыллыҡ һәм әхлаҡ тәрбиәләү миссияһын быуат дауамында тайпылышһыҙ үтәп килә. Киләһе йөҙ йыллыҡта ла "Ағиҙел"ебеҙ үҙәндәрен үҙгәртмәй аҡһын, мул һыулы булып ҡалһын, халҡыбыҙ күңелен тереһыу менән һуғарыуын дауам итһен!" - тип хәбәр итә "Ағиҙел"дәр.

"Ағиҙел" бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй!
"Ағиҙел" бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас