

Ҡаҙағстан Рәсәйҙәге өлөшләтә мобилизациянан ҡасып, үҙенә килеүселәрҙе кире ҡайтарасаҡ. Ошондай фекер белдерҙе үҙәк коммуникациялар брифингында илдең эске эштәр министры Марат Әхмәтйәнов.
Марат Әхмәтйәнов һүҙҙәренсә, ике ил хөкөм ителгәндәр менән алмашыу һәм енәйәтселәрҙе экстрадициялау буйынса килешеү төҙөгән.
"Бынан тыш, әгәр кеше халыҡ-ара эҙләүҙә икән, беҙ бындай шәхестәрҙе асыҡлап Рәсәйгә тапшырасаҡбыҙ. Ә военкоматтарҙың эҙләүе ҡасҡындарҙы иленә ҡайтарыуға хоҡуҡи нигеҙ була алмай", – тине Марат Әхмәтйәнов.