

24-25 сентябрҙә Өфөоә «Татлы бал» республика бал күргәҙмә йәрминкәһе үтә. Сара башҡорт балын популярлаштырыу һәм «АпиМир» халыҡ-ара умартасылыҡ форумына әҙерләнеү маҡсатында үткәрелә.
Быйылғы тәмле уңышты, умартасылыҡ тауарҙарын В.И.Ленин исемендәге майҙанда алырға мөмкин буласаҡ. Бөтәһе лә балды тәмләп ҡарай аласаҡ. Шулай уҡ байрам концерты, ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса дәрестәр ойоштороласаҡ.
Сараны үткәреү ваҡыты – иртәнге сәғәттән 9-ҙан киске 18-гә тиклем.
«АпиМир» халыҡ-ара умартасылыҡ форумы киләһе йыл сентябрҙә үтәсәк. Унда донъяның төрлө мөйөшөнән бал етештереүселәр, ғалимдар һәм технологтар йыйыласаҡ.