Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Сентябрь 2022, 08:47

Абруйлы журналистар премияһы кемгә булыр?

Дәғүәселәр исемлеге сайтта.

Абруйлы журналистар премияһы кемгә булыр?Абруйлы журналистар премияһы кемгә булыр?
Абруйлы журналистар премияһы кемгә булыр?
Абруйлы журналист наградаһын биреү буйынса комиссия Башҡортостан Хөкүмәтенең 2022 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр исемдәрен атаны.
    1. Исламова Зөһрә Наил ҡыҙы, “Кызыл таң” гәзите хәбәрсеһе. Хәрби-патриотик, тарихи, мәҙәни тематикаға мәҡәләләр серияһы өсөн “Кызыл таң” гәзите редакцияһы коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
      1.  
    2. Кинйәбулатов Азат Уран улы, “Исторический вестник БДМУ” гәзитенең баш мөхәррире. “Башҡортостан Республикаһының беренсе журналистарының хәрби һәм хеҙмәт батырлығы – СССР Журналистар союзы Башҡортостан бүлексәһенең 65 йыллығына (1957-2022 йылдар)”, “ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры (1965-1973 йылдар), профессор, 113-сө Башҡорт кавалерия дивизияһының медицина хеҙмәте майоры, сығышы менән Арғаяш районынан Зәйнулла Әмин улы Ихсанов” китаптары өсөн Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзының БДМУ-лағы урындағы бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителде.
    3. Крамсков Сергей Анатольевич, “Стерлитамакский рабочий” гәзите фотохәбәрсеһе. “Халыҡтар дуҫлығы”, “Тыныслыҡ һәм татыулыҡ”, “Һабантуй”, “Республиканың социаль-иҡтисади үҫеше” фотоһүрәттәр серияһы өсөн “Стерлитамакский рабочий” гәзите редакцияһы коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
    4. Ҡотоева Гөлназ Мират ҡыҙы, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире. Социаль тематикаға мәҡәләләр серияһы, “Балҡыһын күңел ҡояшы!” китабы өсөн “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
    5. Латипова Снежана Тимерхан ҡыҙы, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының “Общественная электрогазета” буйынса баш мөхәррир урынбаҫары. Социаль-иҡтисади тематикаға мәҡәләләр серияһы өсөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
    6. Ниғәмәтова Гүзәл Исхаҡ ҡыҙы, журналистика ветераны. Хеҙмәт кешеләре, шул иҫәптән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Баймаҡ машиналар эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре тураһында мәҡәләләр серияһы өсөн “Баймакский вестник” гәзите редакцияһы коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
    7. Рәхимҡолов Азамат Салауат улы, Башҡорт дәүләт медицина университетының “Медик” гәзите шеф-мөхәррире. “БДМУ ректоры (директоры)”, “БДМУ-ның 90 йыллығы” рубрикалары аҫтындағы мәҡәләләр циклы өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетының “Медик” гәзите редакцияһы коллективы күрһәтте.
    8. Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы, штаттан тыш автор. “Хәтер ипкендәре” эссе жанрындағы хәтирәләр йыйынтығы өсөн “Ағиҙел” журналы редакцияһы коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
    9. Санъяров Фәнзил Бүләк улы, штаттан тыш автор. Замандаштар тураһында мәҡәләләр циклы өсөн “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһы коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
    10. Һөйөндөков Хәлил Төхвәт улы, штаттан тыш автор. Илһөйәрлек, әхлаҡ, киләсәк быуынды тәрбиәләү темаларына публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн “Киске Өфө” гәзите редакцияһы коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
    11. Усманова Айгөл Баһиман ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы дәүләт унитар предприятиеһының телевидение студияһы баш белгесе. Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүҙең төрлө йүнәлештәре буйынса программалар циклы өсөн “Рәсәй рәссамдарының ижади союзы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителде.
    12. Фәтҡуллин Байулла Шәрифулла улы, “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы дәүләт унитар предприятиеһының “Юлдаш” радиоһының “Яңылыҡтар” бүлеге комментаторы. “Асыҡ студия” һәм “Атайсал” тапшырыуҙар циклы өсөн “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы дәүләт унитар предприятиеһының радиотапшырыуҙар студияһы Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзының урындағы бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителде.
    13. Хәзипова Фирҙәүес Наил ҡыҙы, журналистика ветераны. “Чертополох с окраины Уфы” китабы өсөн “Истоки” гәзите редакцияһы тарафынан тәҡдим ителде.
    14. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының журналистар коллективы: Горюнова Ольга Михайловна – баш мөхәррир урынбаҫары, Мортазина Ольга Салауат ҡыҙы – хәбәрсе, Якимчук Роман Павлович – хәбәрсе. Республиканың тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу темаһы буйынса мәҡәләләр серияһы өсөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы редакцияһы коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

     

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас