

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды.
Тармаҡтағы хәл-торош менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова таныштырҙы. Быйыл йәй республикала 147 саҡрым йылы, 241 саҡрым һыу үткәргес һәм 32 саҡрым канализация селтәрҙәре ремонтланған. Бөтә район-ҡалалар ҙа әҙерлек паспорттарын тапшырған, әлеге ваҡытта 16 районда социаль объекттарға йылы бирелгән.
Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәренә миҙгелгә әҙерлекте ойоштороуҙары өсөн рәхмәтен белдерҙе.
– Һеҙ ҙур эш башҡарҙығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Яуаплы осорға аяҡ баҫабыҙ. Йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер булайыҡ. Социаль учреждениеларға кәрәк осраҡта тиҙерәк йылы бирергә кәрәк.
Төбәк етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына ҡышҡылыҡҡа коммуналь техника һатып алырға ҡушты.
– Үткән өс йылда беҙ бик күп техника һәм ҡоролма һатып алыҡ. Яңыртыуҙы дауам итергә кәрәк. Бының өсөн төрлө программа һәм механизм бар.