

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров көрәш буйынса донъя чемпионатында еңгән көрәшселәрҙе ҡотланы. Ярыштар 8 - 11 сентябрҙә Үзбәкстанда үткәйне. Илдең йыйылма командаһы составында республикабыҙ спортсылары биш алтын һәм ике бронза миҙал яулағайны.
Төбәк етәксеһе башҡорт спортсыларының милли командаға индергән өлөшө тураһында һөйләне. Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге көрәшселәре Артур Зөлкәрнәевты һәм Рәзил Шәбиевты бүләкләне.
– Рәсәй йыйылма командаһы Наманганда билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында сығыш яһаны. Башҡортостан егеттәре хәл иткес еңеүҙәр яулап, командаға ҙур өлөш индерҙе, – тине Радий Хәбиров.
Шулай республика етәксеһе тренерҙарҙы ла тәбрикләне – «Батыр» спорт мәктәбе уҡытыусыһы, Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы вице-президенты Рөстәм Зыяҡаев һәм БР билбау көрәше федерацияһы президенты Ирек Шәрипов мәртәбәле наградаға лайыҡ булды.