Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь 2022, 03:32

Башҡорт балалар шағиры Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына - 102 йыл

Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Башҡортостан АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Мәүлит ауылында тыуған. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Башҡорт балалар шағиры Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына - 102 йылБашҡорт балалар шағиры Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына - 102 йыл
Башҡорт балалар шағиры Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына - 102 йыл

Барыһы бар


Сәскәләрҙең алдары,
Алмалары, сейәһе,
Еләктәре, балдары,
Ҡуҙғалаҡлы яланы,
Ҡымыҙлығы, баланы,
Күп балыҡлы йылғаһы,
Бейек-бейек тауҙары,
Бөҙрә сәсле талдары —
Барыһы тыуған еремдә —
Башҡортостан илендә.
 

Кинйәбулатова Кәтибә Кәрим ҡыҙы (15 сентябрь 1920 йыл — 17 июнь 2012 йыл) — башҡорт балалар шағиры. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (1989). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1991).

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас