Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2022, 04:37

Туҡһан йәштә лә "Йәшлек" менән!

Учалы районының Рафиҡ ауылынан 90 йәшлек Рәбиғә Сәләхова блендер отоп ҡыуанды.

Туҡһан йәштә лә "Йәшлек" менән!Туҡһан йәштә лә "Йәшлек" менән!
Туҡһан йәштә лә "Йәшлек" менән!

— Әзәйем 90 йәштә, "Йәшлек" гәзитен бик яратып уҡый. Алдырмай ҡалғаны юҡ. Бүләк отҡас, ҡыуанды, шылтыратып тиҙ арала барып алыуымды үтенде, — ти Рәбиғә Әхмәтсәлим ҡыҙының ейәне Йәмил.

Рәбиғә инәйгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, яҡындарының хәстәрен тойоп, тағы ла оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүен теләйбеҙ!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас