

Бөгөн төнгө сәғәт өстә Екатеринбург - Төмән юлында «Тойота Королла» машинаһы тупраҡ өйөмөнә барып бәрелгән. Юлда ремонт барған булған. Сит ил автоһы юлдан төшөп киткән. Көслө бәрелеүҙән дүрт йәшлек ҡыҙ тәҙрәнән сығып осҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул авария урынында һәләк булған. Машинала автокресло булмаған.
Ғаилә Башҡортостанда ҡунаҡта булып, Югра ҡалаһына ҡайтып барған. 36 йәшлек ғаилә башлығы һәм 8 йәшлек сабый ауыр йәрәхәттәр алған. Әсә кеше зыян күрмәгән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.