

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Учалылағы «Башкирский лесъ» предприятиеһында булды. Ул ойошманың мөмкинлектәре менән танышты һәм яңы фанера цехын асты. Был етештереү майҙансығы республика Хөкүмәте ярҙамында төҙөлгән.
– Бөгөн Учалы өсөн бик кәрәкле яңы предприятие асабыҙ. Республикабыҙ урман ресурстарына бик бай. Заводтың продукцияһына ихтыяж ҙур буласаҡ, сөнки Рәсәйҙә һәм республикабыҙҙа торлаҡ төҙөлөшө темптары артҡандан-арта, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
«Башкирский лесъ» ойошмаһы директоры Рәмил Ғәбдрәҡипов коллектив исеменән республика етәкселегенә рәхмәтен белдерҙе. Завод ерҙе ҡуртымға алыуҙа, ҡорамалдар һатып алыуҙа, инженер селтәрҙәрен үткәреүҙә ҙур ярҙам алған.
Башҡортостан Башлығы фанера етештереү алымдары, продукция өлгөләре менән танышты. Радий Хәбиров шулай уҡ компания етәкселеге менән артабанғы пландар хаҡында һөйләште.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башкирский лесъ»-тың инвестиция проекты былтыр Хөкүмәттәге «Инвестсәғәт»тә ҡаралғайны. Проектҡа 235 миллион һум аҡса бүленде. Әлегә фанера цехын асыуға 170 миллион һум аҡса тотонолған. Етештереү ҡеүәттәре йылына 6 мең куб. фанера етештерергә мөмкинлек бирә.