

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы 17 йәшлек Анастасия Иванованы эҙләй.
Ҡыҙ Өфө районының Михайловка ауылында ятаҡта йәшәгән. 3 сентябрҙә кискеһен фатирынан сыҡҡан һәм ғәйеп булған. Туғандары шунда уҡ полицияға хәбәр иткән. Шул көндә үк ҡыҙҙы эҙләүгә ирекмәндәр ҙә ҡушылған.
Билдәләре: төҫ-башҡа 18-19 йәштәрҙә, буйы 150 сантиметр, тулы кәүҙәле, һоро күҙле, сәстәре һоро, яурынына тиклеп төшөп тора, өҫкө иренендә яра эҙе бар.
Юғалған көндә ҡара толстовка, ҡара салбар, тәпешкә кейгән булған.
Әгәр Анастасияны күреүселәр булһа, 102 телефон номерына хәбәр итеүегеҙ һорала.