

Өфөлә «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсының төбәк этабының һөҙөмтәләре иғлан ителде. Еңеүгә баш ҡаланың 107-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов лайыҡ булды. Ул артабан 12 - 17 сентябрҙә Ставрополь крайында федераль бәйгелә республика данын яҡлаясаҡ.
Мирас Рәшит улы илебеҙҙең төрлө төбәгенән 70 педагог менән ярышасаҡ. Конкурс дүрт һынауҙар тора: «Методик оҫтахана», «Дәрес», «Класс сәғәте» һәм «Оҫталыҡ дәресе». Уҡытыусылар үҙ-ара тәжрибә менән уртаҡлашасаҡ, лекция һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ.
«Федераль кимәлдә конкурс үткәреү туған телдәрҙе уҡытыу кимәленең юғары булыуын күрһәтә. Уҡытыусыларыбыҙ был өлкәлә бай тәжрибә тупланы һәм ил кимәлендәге алдынғы методикалар менән таныша, башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнә ала», - тип белдерҙе жюри президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.