Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь 2022, 07:51

Рух байрамына килегеҙ!

Башҡортостанда милли кейем көнө үтәсәк.

Рух байрамына килегеҙ!Рух байрамына килегеҙ!
Рух байрамына килегеҙ!

7 сентябрҙән 10 сентябргә тиклем Башҡортостанда Милли кейем көнө айҡанлы күләмле саралар үткәрелә. Байрам төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың бай мәҙәни мираҫын һәм йолаларын һаҡлауға һәм танытыуға булышлыҡ итә.

Байрам саралары 7 сентябрҙә Бәләбәй районында Цветаев тарихи-мәҙәни үҙәгендә башлана. «Әҙәби тирмә»лә рус милли костюмының тарихы тураһында һөйләшергә саҡырылар.

Иң төп ваҡиға - «Милли костюм байрамы» 9 сентябрҙә Өфөнөң И. Яҡутов паркында үтәсәк. Сарала республикабыҙҙың барлыҡ милли-мәҙәни үҙәктәре ҡатнашасаҡ. Тамашасы иғтибарына милли костюмдар һәм халыҡ оҫталарының күргәҙмәһе, ижади коллективтар һәм үҙешмәкәр артистарҙың концерты тәҡдим ителәсәк.

Республика халыҡ ижады үҙәге «Музыкаль этномозаика» акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Теләгән һәр кем социаль селтәрҙә музыка ҡоралында уйнап видеоға төшөрөргә һәм социаль селтәргә ҡуйырға мөмкин. Киләһе хэштергтар яҙырға кәрәк: #ДеньНациональногоКостюма #МиллиКейем2022. Акция 9 сентябргә тиклем дауам итә.

Был көндә республикабыҙҙың төрлө төбәгендә милли кейем күргәҙмәләре, флешмобтар һәм түшелдерек, милли күлдәк тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас