

Нефть һәм газ сәнәғәте - ул иң тәүҙә кешеләр. #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында газ транспортлаусылар – Вәлиевтар ғаиләһе хаҡында һөйләмәксемен. Уларҙың дөйөм стажы – 100 йылға яҡын.
1983 йылда Стәрлетамаҡтан Гөлфиә һәм Ринат Вәлиевтар Дүртөйлө районында «Баштрангаз» компрессор станцияһы төҙөлөүе хаҡында белеп ҡала. Мәскәү ауылына күсеп килеп, предприятиеның филиалына эшкә төшәләр. Ринат Мәғәфүр улы – технологик компрессорҙар машинисы, Гөлфиә Ғилман ҡыҙы электромеханик булып эшләй.
Гөлфиә һәм Ринат Вәлиевтарҙың өс балаһы ла – улдары Илнар һәм Айҙар, ҡыҙҙары Алина – ата-әсәһенең юлынан барырға ҡарар итә. Хәҙер улар «Газпром трансгаз Уфа» ойошмаһының Дүртөйлө филиалында эшләй. Илнар 2003 йылдан – хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге хеҙмәтендә. Айҙар – автоматлаштырыу и метрология тәьминәте хеҙмәтендә инженер.
Вәлиевтарҙың ейәндәре лә үҫеп килә. Өлкәндәре, Тимур, быйыл Республика инженер лицей-интернатын тамамлап, Санкт-Петербург тау университетына «Нефтегазовое дело» йүнәлеше буйынса уҡырға ингән. Шулай булғас, Вәлиевтарҙың династияһы даум итә.
Ҙур Вәлиевтар ғаиләһен байрам менән ҡотлайым! Именлек, бәхет һәм яңы еңеүҙәр теләйем!