

Бөгөн Луганск халыҡ республикаһының Петровский ҡалаһы мәктәбе үҙ ишектәрен асты. Ул Донбасс ерендә башын һалған Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Уны тулыһынса Башҡортостан төҙөүселәре төҙөкләндерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районының Асҡар ауылынан видеобәйләнеш аша педагогтарҙы һәм уҡыусыларҙы байрам менән ҡотланы.
– Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән мәктәп төҙөкләндерелеп бөтөүенә шатмын. Мин был мәктәптә бер нисә тапҡыр булдым. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры һәм яугирҙары тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлайһығыҙ. Бөгөн беҙ генерал Таһир Күсимов исемендәге гимназияла. Ул да Шайморатов кеүек беҙҙең өсөн оло герой. Махсус хәрби операцияла тыуған ерен һаҡлап һәләк булған Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа мемориаль таҡтаташ астыҡ. Башҡортостан егеттәре Донбасс һәм илебеҙ именлеге өсөн көрәшә. Петровский ҡалаһында мәктәпте ремонтларға ярҙамлашыуыбыҙ - туғандаш халыҡҡа легендар яугирҙарыбыҙ тураһындағы хәтерҙе һаҡлауы һәм ҡәҙерләүе өсөн рәхмәт һәм хөрмәт билдәһе, - тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров Луганскиҙағы мәктәптә ремонт үткәргән Башҡортостан Хөкүмәтенә рәхмәтен белдерҙе.
Мәктәп директоры Гөлназ Серова ла республикабыҙ етәксеһенең һүҙҙәрен ҡеүәтләне.
– Төҙөүселәр мәктәпте сифатлы итеп ремонтлаған. Хәҙер ул матур һәм заманса. Беҙ һеҙгә рәхмәтлебеҙ, – тине Гөлназ Серова.