Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Август 2022, 16:54

Мәләүездә урман янғыны ҡотора

Инде йәй бөткәндә утлы ғәрәсәттәр ҡубып ҡуймаһын!

Мәләүездә урман янғыны ҡотораМәләүездә урман янғыны ҡотора
Мәләүездә урман янғыны ҡотора

Бөгөн Мәләүездә тимер юлы буйында баҫыу янып киткән. Социаль селтәрҙә күптәр ғәрәсәт төшөрөлгән видеояҙмалар менән уртаҡлашты.

Ауылдарға хәүеф юҡ. Урман янғынын Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм ирекле янғын һүндереү отрядтары һүндерә.

Янғындың яҡынса сәбәбе аталған — ҡоро үлән тимер юлынан сыҡҡан осҡондан янып киткән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас