

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ирҙең иҫерек булыуын асыҡлаған. Трактор штраф туҡталҡаһына бикләнгән.
Әбйәлил районында иҫерек водителдәрҙе асыҡлау буйынса күләмле рейдтар үткәрелә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Ҡаҙмаш ауылы урамдарында иҫерек водитель йөрөүе тураһында хәбәр ала. Тикшереү барышында «ВАЗ-2107» машинаһына идара иткән ошо район кешеһе туҡтатыла. 1982 йылғы ир балалар уйнаған урамдарҙан юғары тиҙлектә йөрөгән. Уның водитель таныҡлығы ла булмауы асыҡлана, машинаһын шулай уҡ штраф туҡталҡаһына бикләйҙәр.