Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Августа 2022, 17:29

Ағиҙелдә ике кәмә бәрелешкән

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Ағиҙелдә ике кәмә бәрелешкәнАғиҙелдә ике кәмә бәрелешкән
Ағиҙелдә ике кәмә бәрелешкән

Бөгөн Ағиҙел ҡалаһындағы Лабада күлендә ике кәмә бәрелешкән – моторлы һәм резина. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығынан хәбәр итәләр.

Резина кәмәлә дүрте кеше булған, ә моторлыһында – икәү. Һөҙөмтәлә 1968 йылғы ҡатын зыян күргән. Уға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас