

Бөгөн Мәскәүҙә Рус география йәмғиәте фестивалендә Башҡортостан көндәре асылды. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илдар Бикбаев сәләмләне.
«Башҡортостан был абруйлы форумда даими ҡатнаша. Бик яҡшы ҡаҙаныш, сөнки был республикала туризмды үҫтереүгә юл аса. Рус география йәмғиәте фестивален ойоштороусыларға рәхмәтемде белдерәм. Артабан да емешле хеҙмәттәшлек итербеҙ тип ышанам, — тине Илдар Бикбаев.
Фестиваль барышында Башҡортостан Һабантуй байрамын күрһәтте, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар ойошторҙо. Кинозалда башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың "Өс таған" һәм "Валериан Альбанов" фильмы күрһәтелде.
— Бөгөн Мәскәү үҙәгендә, Ҡыҙыл майҙан янында Башҡортостандың бай мираҫын күрһәтәбеҙ. Төп сәхнәлә көн дауамында башҡорт артистары сығыш яһаясаҡ, — тип билдәләне БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Фестиваль ойоштороусылары Башҡортостан әҙерләгән программаны юғары баһалагы. Шулай булмай ни, бөгөн беҙҙекеләр 9 сәғәтлек концерт бирә, унда 150 артист ҡатнаша! Фестиваль көндәрендә башҡорт ихатаһын йөҙ меңдән ашыу кеше ҡараған.
— Мин өс тапҡыр Башҡортостанда булдым, шихандар оҡшай. Төбәктең тәбиғәте иҫ киткес, шул тиклем матур. Бик күп ҡунаҡхана төҙөлгән. Әммә Өфөнән ситтәрәк урынлашыу урындары әҙерәк. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта ҙур бер ҡунаҡхана бар. Яҡшы стандарт ҡунаҡханалар булмаһа, туристарҙы йәлеп итеүе ауырыраҡ. Һеҙҙең төбәктең мөмкинлектәре ҙур, уны дөрөҫ итеп файҙаланырға кәрәк, — тине TravelBusinessSchool компанияһы директоры Анна Гуринчук.