Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Августа 2022, 08:47

Көньяҡ Урал студенттары БДУ-ны һайлай!

Башҡорт дәүләт университеты республикабыҙҙың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге менән хеҙмәттәшлек итәсәк.

Көньяҡ Урал студенттары БДУ-ны һайлай!Көньяҡ Урал студенттары БДУ-ны һайлай!
Көньяҡ Урал студенттары БДУ-ны һайлай!

Документҡа БР-ҙың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов һәм БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәтте өйрәнеү һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина ҡул ҡуйҙы.

Килешеүгә ярашлы, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мәктәптәре уҡыусылар БДУ-ға бюджетҡа урынға уҡырға инә аласаҡ. Сығарылыш класс уҡыусыларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте, журналистика йүнәлештәре буйынса уҡыу тәдҡим ителә.

«Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнергә теләүселәр йылдан-йыл арта. Маҡсатлы уҡыу башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә милли мәғариф мәсьәләләрен хәл итәсәк. Был тәжрибә 1990-2000 йылдарҙа киң файҙаланылған. Уҡыусылар 2023-2024 уҡыу йылына ҡабул ителәсәк, - тип белдерҙе Әлфир Байымов.

 

Көньяҡ Урал студенттары БДУ-ны һайла!
Көньяҡ Урал студенттары БДУ-ны һайла!
Көньяҡ Урал студенттары БДУ-ны һайла!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас