

Бөгөн Өфө районының «Башсельхозтехника» базаһы биләмәһенән Донбассҡа 25-се гуманитар ылау ебәрелде. Ылауға һигеҙ фура ингән, улар 70 тонна ауырлыҡтағы йөктө илтәсәк. Ярҙамдың күп өлөшө Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровский мәктәбенә тәғәйенләнгән. Был – мәктәп йыһаздары һәм ҡоролмалары, төҙөлөш материалдары, Красный Луч ҡалаһының күп профилле дауаханаһына медицина препараттары.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Петровск ҡалаһындағы уҡыу йортон шефлыҡҡа алған ине. Оҙаҡламай республикабыҙ төҙөүселәре унда капиталь ремонтты тамамлаясаҡ. Мәктәп 2016 йылдан Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә.