Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Август 2022, 13:25

Башҡортостанда Студенттар айлығы үтәсәк

Сентябрҙә студенттар өсөн мәҙәни, спорт саралары үтәсәк.

Башҡортостанда Студенттар айлығы үтәсәкБашҡортостанда Студенттар айлығы үтәсәк
Башҡортостанда Студенттар айлығы үтәсәк

Студенттар айлығы Белем көнөнә арналған #ЗнанияPARTY сараһы менән старт ала. Артабан 12 сентябрҙә «Торатау» конгресс- холында Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны-2022» форумы үтәсәк. Унда республикабыҙҙа илебеҙҙең төрлө төбәгенән 600-ҙән ашыу студент йыйыласаҡ. Ике көн барған сарала студенттар проекттар яҡлап грант ота ала, бының өсөн 5 сентябргә тиклем «АИС Рәсәй йәштәре» сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк.

23 - 25 сентябрҙә студенттар «Патриот» хәрби-патриот паркында «Геройҙар уҙышы»нда ярышасаҡ.

 «Йәштәр йыйыны-2022» форумына 600 самаһы студент килеүе көтөлә. Республикабыҙҙа тәүге тапҡыр ил кимәлендә гранттар конкурс үтәсәк. Йәштәр 1,5 миллион һумға тиклем грант ота аласаҡ», - тип белдерҙе форумды ойоштороусы Илнур Юлдыбаев.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас