Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Августа 2022, 05:15

Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Сибай мэры Азамат Юлдашбаев Башҡорт батальоны әҙерлек үткән урынға барып ҡайтты.

Еңеү менән ҡайтығыҙ!Еңеү менән ҡайтығыҙ!
Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Сибай мэры Азамат Юлдашбаев Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡорт батальоны хәрби әҙерлек үткән урынға барып ҡайтҡан:

«Кисә Сибайҙың һәм Хәйбулла районының хәрби комиссары Ринат Зәбиров менән Ырымбур өлкәһенә, М. Шайморатов исемендәге Башҡорт мотоуҡсылар батальоны хәрби әҙерлек үткән урынға барып ҡайттыҡ. Бында беҙҙең егеттәр ҙә бар. Уларға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм гигиена кәрәк-яраҡтары тапшырҙыҡ, барыһын да ҡала эшҡыуарҙары ебәрҙе.

Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе шәп! Уларға махсус хәрби операцияла уңыштар, имен-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләнек!» — тип яҙған социаль селтәрҙә Сибай ҡалаһы мэры Азамат Юлдашбаев.

Башҡа район-ҡала башлыҡтары ла Башҡорт батальоны әҙерлек үткән урында булды. Бынан алда Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Ишембай, Хәйбулла, Әбйәлил, Шишмә, Туймазы, Өфө, Күгәрсен, Бәләбәй райондары һәм Салауат ҡалаһы етәкселәре һалдаттарҙың хәлен белеште. 

«Ике көн элек Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға ҡушылған яҡташтарыбыҙҙың хәлен белеп ҡайттым. Егеттәр менән бик йылы аралаштыҡ, уларҙың кәйеф шәп, хәрбиҙәрсә. Үҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән һалдаттарыбыҙға ышанам. Уларға бер генә теләк – тыуған яғына һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтһындар», - тип яҙған социаль селтәрҙә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.  

Шайморатовсылар яҡын көндәрҙә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ. Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

 

Еңеү менән ҡайтығыҙ!
Еңеү менән ҡайтығыҙ!
Еңеү менән ҡайтығыҙ!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас