

Сарала меңдән ашыу компания ҡатнашты. Бынан тыш, БР-ҙың экспортерҙар клубының сираттағы ултырышында бизнес-уйын ойошторолдо. Унда ойошмаларҙы тауарҙы ташыу өсөн яңы заманса алымдарға өйрәттеләр.
– Хәҙерге шарттарҙа күп маршруттар сикләнде. Предприятиелар тауар ташыу өсөн уларҙы яңынан төҙөргә мәжбүр булды, ә был - өҫтәмә сығымдар. Беҙ компанияларға яңы ярҙам саралары булдырҙыҡ. Сит илгә тауар оҙатыуға киткән сығымдарҙың 90 проценты ҡаплана, бер компания 9 миллион һум күләмендә ярҙам алырға мөмкин, – тип белдерә тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева.
Субсидияларға ғаризалар 29 августа ҡабул ителә башлай.
Сара асыҡ әңгәмә тәртибендә барҙы. Ҡатнашыусылар өсөн «ДЖИ-АР Групп» ойошмаһының логистика бүлеге етәксеһе Елена Максимова, «Рәсәй тимер юлдары» компанияһының Башҡорт транспорт хеҙмәтләндереү фирмаһы начальнигы урынбаҫары Елена Чиглинцева, «Транстерминал-Аэро» ойошмаһының коммерция бүлеге начальнигы Вадим Сәләхетдинов, «Агентство Международной Курьерской Службы» ойошмаһы вәкиле Игорь Дмитриев сығыш яһаны. Улар һорауҙарға яуаптар ҡайтарҙы һәм уңышлы логистик кейстарҙы күрһәтте.