Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Августа 2022, 10:53

«Иң шәп йорт. Иң шәп ихата»

Ошондай исем аҫтында Бөтә Рәсәй конкурсына ебәрелгән ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында.

«Иң шәп йорт. Иң шәп ихата»«Иң шәп йорт. Иң шәп ихата»
«Иң шәп йорт. Иң шәп ихата»

«Иң шәп йорт. Иң шәп ихата» Бөтә Рәсәй конкурсына ебәрелгән ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында. Бәйгенең төп маҡсаты – күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙә иң уңышлы тәжрибәләрҙе асыҡлау. Ул «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан ойошторола.

Бәйгегә Башҡортостандан 315 ғариза ебәрелгән, был Волга буйы федераль округында иң юғары күрһәткес. Икенсе урында – Мордовия (191 ғариза), өсөнсөлә - Һамар өлкәһе (184 ғариза). Ә ил буйынса республикабыҙ икенсе урынды биләй. Беренселә – Мәскәү өлкәһе (495 ғариза), өсөнсөлә – Мәскәү (225 ғариза).

Әлеге ваҡытта конкурсҡа йомғаҡ яһала. 22 августан тауыш биреү башланасаҡ, унда федераль кимәлдә еңеүселәр билдәләнәсәк. 5 сентябргә тиклем теләгән һәр кем киләһе һыланма буйынса үҙ тауышын бирә ала: https://moydom.er.ru/.

Еңеүселәрҙе бүләкләү 11 сентябрҙә Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығында үтәсәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас