Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Август 2022, 12:24

Үәт, исмаһам, бәшмәк!

Баймаҡ районынан гәзит уҡыусыбыҙ Ғәлиә Мусина ат башындай бәшмәккә юлыҡҡан.

Үәт, исмаһам, бәшмәк!Үәт, исмаһам, бәшмәк!
Үәт, исмаһам, бәшмәк!

«Баймаҡ районының Дәүләт ауылынан алыҫ түгел тауҙа таптыҡ. Бесәнгә китеп бара инек, алыҫтан нимәлер ағарып ниҙер күренә. Яҡыныраҡ барһаҡ, бәшмәк булған. Фотоға төштөк тә берәүһен алып ҡайттыҡ. Ҡурып ашарға шөрләтә. Бала саҡтан был бәшмәктәрҙе тибеп уйнағас, ағыулы тигән ниндәйҙер ҡурҡыу бар. Ә былай ашарға яраҡлы бәшмәк, тиҙәр», - тип һөйләне Ғәлиә апай. 

Ысынлап та, был — ашарға яраҡлы бәшмәк. Башҡортса атамаһы — һаңғырау бәшмәк, русса дождевик тиҙәр. Ә һеҙҙең яҡта бармы был бәшмәк?

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас