Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Август 2022, 05:51

"Бөйөк дала" һеҙҙе көтә!

20 августа Хәйбулла районында "Бөйөк дала" рок-концерты үтә.

"Бөйөк дала" һеҙҙе көтә!"Бөйөк дала" һеҙҙе көтә!
"Бөйөк дала" һеҙҙе көтә!

Сәхнәлә халыҡ яратҡан хиттар һәм яңы йырҙар яңғыраясаҡ. Тамашасыларҙы легендар «Дәрүишхан» рок төркөмө ҡыуандырасаҡ, шулай уҡ «Аҡъяр», «Рух» һәм «Майҙан» төркөмдәренең сығыш яһауы көтөлә. 

Сара Аҡъяр ауылының ял һәм мәҙәниәт паркында киске сәғәт һигеҙҙә башлана. Үткән йылдарҙа «Бөйөк дала» фестиваль форматында үткәрелгән. Был сара башҡорт рок мәҙәниәте флагманы булып тора, йылдан-йыл ҡатнашыусылар һәм тамашасылар һаны арта.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас