Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Август 2022, 05:03

Рәсәйҙең иң шәп механизаторы Мәләүездән!

Яҡташыбыҙ Илдар Ишекәев ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы!

Рәсәйҙең иң шәп механизаторы Мәләүездән!Рәсәйҙең иң шәп механизаторы Мәләүездән!
Рәсәйҙең иң шәп механизаторы Мәләүездән!

Кисәге көн тотош Башҡортостан өсөн әһәмиәтле булды. Ленинград өлкәһенең Свердлов ҡасабаһында ер һөрөү буйынса туғыҙынсы асыҡ Рәсәй чемпионаты еңеүселәре иғлан ителде. Улар араһында Мәләүез районы механизаторы Илдар Ишекәев бар. Ул ни бары Ленинград механизаторы Александр Дерюгинға ҡалышып, почетлы икенсе урынға лайыҡ булды.

Илдар Ишекәев — тәжрибәле оҫта, ил һәм Европа кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашҡан. Уны оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Ер һөрөү буйынса туғыҙынсы асыҡ Рәсәй чемпионаты 8 - 14 августа Ленинград өлкәһендә, «Приневское» ауыл хужалығы предприятиеһы биләмәһендә үтте. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 40 төбәгенән һәм сит илдәрҙән командалар ҡатнашты. Башҡортостан данын Мәләүез егеттәре Илдар Ишекәев һәм Рафаэль Ҡағанов яҡланы. Форумдың эшлекле программаһында БР Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашты.

Рәсәйҙең иң шәп механизаторы Мәләүездән!
Рәсәйҙең иң шәп механизаторы Мәләүездән!
Рәсәйҙең иң шәп механизаторы Мәләүездән!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас