

Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының продукцияһын экспортҡа сығарыуға тотонолған сығымдарын финанслау» тип исемләнгән яңы хеҙмәт күрһәтә башланы. Әле «МЕДОВЗ» компанияһы ошоноң ярҙамында Сербияға 20 тонна бал оҙатҡан, транспорт өсөн сығымдарҙың 80 проценты ҡапланған.
– Был хеҙмәт экспортлаусыларға логистика компанияһы менән килешеү төҙөгәндә үк күрһәтелә, – тип аңлата Башҡортостандың тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Иң төп шарттар: экспорт килешеүе республика биләмәһендә эшләгән компания менән төҙөлөргә тейеш. Бынан тыш, ойошма бынан алда федераль йә төбәк бюджетынан бындай ярҙам алған булырға тейеш түгел.
Ярҙам һорап Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәт итергә мөмкин: +7 347 246 89 28, электронной почта khabibullina.ki@bashkortostan.ru.