

Башҡортостандың медицина ойошмалары 1 сентябргә тиклем лицензияһын яңыртыу бурысы ҡуйылған.
«Бөгөн барлыҡ учреждениелар ҙа 1 сентябргә тиклем ғариза тапшырырға тейеш. Был дәүләт һәм шәхси клиникалар, дауаханалар, шифаханалар, госпиталдәр өсөн мотлаҡ», - тине БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге мөдире Эльвира Тәхәүетдинова.
Бынан тыш, ойошмалар Һаулыҡ һаҡлау системаһының берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында, федераль регистрҙа учреждение, медицина ҡорамалдары, хеҙмәткәрҙәр хаҡында мәғлүмәттәр урынлаштырырға тейеш. Һорауҙар менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығының "ҡыҙыу бәйләнеш"енә мөрәжәғәт итергә мөмкин.